Касли ҡала суды ҡарары менән 23 йәшлек яҡташыбыҙ ҡулға алынмаған, әммә тәфтиш барғанда билдәле сикләүҙәрҙе күҙәтергә тейеш – Учалы ҡалаһынан сыҡмай йәшәргә, шул уҡ ваҡытта суд һәм тәфтишселәрҙең саҡырыуы буйынса Силәбе өлкәһенә килеп етергә, транспорт менән идара итмәҫкә һәм башҡа.
Баҡһаң, 8 июнь көнө яҡташыбыҙ идара иткән Audi A6 Силәбе-Екатеринбург трассаһының 119-сы километрында ВАЗ-2114 менән бәрелә. “Лада” руле артындағы 35 йәшлек водитель, пассажиркаһы һәләк булалар, 12 йәшлек ҡыҙыҡай ныҡ имгәнә, ти... Һәләкәттә йән биргән ике кеше лә ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтендә эшләгәндәр, ти!