Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
17 Июня 2021, 04:28

Донор көнө бара

Учалылар һынатмай

Республика Ҡан алыу станцияһы белгестәре килеп, 16-17 июнь Донор көнө үтә.
Беренсе көндә үк 46 яҡташыбыҙ ҡан тапшырырға килгән. Бәләгә ҡалған, сирле кешеләргә эскерһеҙ ярҙам итергә теләүселәр беҙҙә бихисап икән шул. Мәҫәлән, Учалы тау сәнәғәте колледжы мастеры Артур Мирсәйетов 93-сө тапҡыр ҡан тапшырҙы, тип белдек!
-18 йәше тулған, ауырлығы 50 килограмдан артҡан һәр сәләмәт кеше донор була ала, - тип билдәләй республика станцияһы трасфузиологы Илдар Йыһаншин, - Башта граждан анкета тултыра, бармағынан ҡан алына – гемоглобин һәм башҡа күрһәткестәрҙең нормала икәнен анализ раҫлағас, донация процедураһы башлана.
Һау кешегә әллә ни проблема түгел икән. Процедураға 10-15 минут үтә, донорҙан 450 миллилитр ҡан алына.
Ҡандарын яңырып, донорҙарҙың үҙҙәренең сәлмәтлектәре лә яҡшырһын тип теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас