Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсы тиҙ арала популярлыҡ яуланы. Быйылғы конкурс финалына 27 кеше үтте, тип белдерҙе Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы советы. Үҙҙәре өлгөлө атай булыуҙан тыш, әүҙем йәмәғәтсе, төрлө өлкәләрҙә ҡаҙаныштарға өлгәшкән кешеләр һайлап алынған.
Исемлектә яҡташыбыҙ булыуы айырыуса һөйөнөслө! 47 муниципалитеттан 181 заявка бирелгән була бит. Ҡунаҡбай сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Шәфҡәт Рәфҡәт улы Йосопов тураһында яҙғаныбыҙ бар – оҫта ҡурайсы, үҙе лә, өйрәнсектәре лә бихисап ижади конкурстар призерҙары. Ҡатыны Гөлнара Рифғәт ҡыҙы (башланғыс кластар уҡытыусыһы) менән ике ул бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Кем-кем, Шәфҡәт Рәфҡәт улы бындай наградаға тулыһынса лайыҡ. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Награда август-сентябрь айҙарында ҡулдарына тоттороласаҡ, тип хәбәр иттелде.