Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
17 Июня 2021, 05:20

Янғын һүндерелде

Йәнә Өргөн лесничествоһында

Төбәгебеҙҙең йөҙөҡ ҡашы - Өргән ҡарағайлығында (Өргән һәм Ҡалҡан күлдәре буйында) ял итеүселәр бихисап. Тап шуға ла әленән-әле янғындар ҡуба. Сиратттағы бәлә тураһында БР Урман хужалығы министрлығы хәбәр итте. Ут менән көрәшкә 11 кеше, 3 дана техника йәлеп ителгән. Ярар ҙа, ваҡытында һүндерелә - янғын майҙаны 0, 022 гектар, тип әйтелә. Ә ваҡытында өлгөрмәй ҡалһалар? Бөгөн ел-дауыл күтәреләсәк тип фараз итә бит синоптиктар! Зинһар, ут менән һаҡ булығыҙ!
Читайте нас