Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
18 Июня 2021, 05:32

Учалы халҡы һаман юҡҡа ышана....

Бер үк тырмаға күпме тапҡыр баҫырға мөмкин!?

Мутлашыусы бәндәләр яҡташтарыбыҙҙы төп баштарына ултыртыу тураһында туҡтауһыҙ яҙабыҙ.
Тик үкенес, яңынан-яңы миҫалдар пәйҙә булып тик тора.Ниндәй гененә кәкре ҡайындарға терәтмәйҙәр ҙә, ниндәй генә төпһөҙ сана йә тишек кәмәгә ултыртмайҙар жуликтар! Һис булмаһа, хәләл мөлкәтебеҙгә айыу майы һөртәләр.

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова сираттағы аяныс хәлдәр тураһында бәйән итте.
Учалы ауылынан бер ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтырата. Үҙен банк именлеге хеҙмәткәре тип таныштыра. Тапалып бөткән, әммә эффектлы алдау алымы ҡуллана: йәнәһе лә, бурҙар аҡсағыҙҙы урлап маташа, һаҡлап ҡалыу өсөн фәлән-фәлән счетҡа күсерер кәрәк. Ошо рәүештә яҡташыбыҙ 115 мең һумдан ҡолаҡ ҡаҡты.
Шул уҡ Учалы ауылында икенсе ҡатын телефонын юғалтҡан була. Смартфонды тапҡан золомсо ҡатын исеменән ВКонтакте селтәрендәге шәхси сәхифәһенә инә лә, ауырыу баланы ҡотҡарыу өсөн ашығыс 70 мең һум йыйрға кәрәк, тип алдшып теләнселәй башлай...
Ә Учалы ҡалаһынан бер ир заманса бизнесҡа тотонмаҡсы, инвестициялар менән шөғөлләнмәксе була. Интернеттта сайт табып, бәйләнешкә сыға. Тегеләр ни, исем өсөн кәңәштәр биргән булалар, аҡсаһын ҡабул итәләр, алдаштырыу өсөн бер-аҙ риба (килем) түләйҙәр. Дәртләнгән ир йәнә аҡса күсерә, һәммәһе 18 мең һум. Хәҙер ни, сайтҡа ла сыға алмай, “финанс консультантттарҙың” телефондары ла яуап биреүҙән туҡтай.
Тағын да бер яҡташ ҡатын интернет аша эш табырға ҡарар итә. Уға ла инвестициялар менән байырға кәңәш бирәләр.“Консультанттарҙың” ҡушыуы буйынса интернетта төрлө һылтанмалар буйынса гиҙә, шул иҫәптән банк картаһы мәғлүмәттәрен индерә. Тегеләр ни, аяҡ аҫтына үҙе төшкәнде ашаҡлап үтмәйҙәр, 30 мең һум аҡсаһын урлайҙар....
Ҡабатлап әйтәбеҙ – ҡырын эшкә сос, йышылған әҙәмдәр заман технологиялары ярҙамында кеше талай. Шуға ла интернет аша алыш-биреш иткәндә лә, түләү башҡарғанда ла, “бинесмен” булыр алдынан да был өлкәне яҡшы белгән ышаныслы кеше менән мотлаҡ кәңәшләшер кәрәк.
Читайте нас