Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
18 Июня 2021, 06:55

Яңы сикләүҙәр индерелде

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр индерелде.

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр индерелде. Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы ҡаты сикләүҙәр өсөн нигеҙ юҡ тип иҫәпләй, ләкин Мәскәү ҡалаһында һәм өлкәһендә әле хәл үтә ҡатмарлы, шуға республикабыҙҙа ла үҙгәрештәр көтөлә. Иң мөһиме:

- вакцинация ирекле. Кемдәр теләй, шулар прививка эшләтә, мәжбүр итмәйҙәр;

- күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар тыйылмай. Башҡортостанда, мәҫәлән, "Фольклориада" була. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа прививкалар тураһында белешмәләр менән килә. Улар өсөн ике ҡағиҙә ғәмәлдә: вакцинацияның булыуы һәм Рәсәйгә килеп еткәнсе, 72 сәғәт эсендә кире ПЦР-тест;

- йәмәғәт урындарында: ресторандарҙа, ҡунаҡханаларҙа, спорт учреждениеларында, кинотеатрҙарға, китапханаларға һәм башҡа урындарға барыуға бәйле сикләүҙәр планлаштырыла. Ике шартты үтәгәндән һуң ғына унда инергә мөмкин: тәүгеһе – кире һөҙөмтәле ПЦР анализы булырға тейеш, был кешенең сирләмәүе тураһында һөйләй; икенсеһе – прививка эшләтеү.

- сентябрҙә балалар өсөн вакцинаның барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шулай уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙар өсөн препаратты һынау бара;

- Башҡортостандың һәр районында күсмә вакцинация пункттары асылыуы мөмкин. Билдәләнеүенсә, вакцина республикалағы һәр кешегә етәсәк. Әле матди-техник база менән бәйле мәсьәләләр ҡарала.

Сығанаҡ: "Башинформ"
Читайте нас