Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
22 Июня 2021, 10:35

Хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр

Наурыҙ ауылында Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ булған Рәсүл Абзал улы Сафуановтың яҡты иҫтәлегенә арналған күркәм сара үтте.

Гөлнур ЗАҺИРОВА
Хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр
Наурыҙ ауылында Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ булған Рәсүл Абзал улы Сафуановтың яҡты иҫтәлегенә арналған күркәм сара үтте.
Ысын мәғәнәһендә һөйөү, һағыш, хәтер, “йәш аралаш шатлыҡ” көнөнә әүерелгән был байрамда яугирҙың ҡустылары һеңлеһе, ағай-энеләре, ҡоралдаш, яуҙаш, урамдаш, парталаш дуҫтары, күршеләре, ауылдаштары ҡатнашты. Ғәҙәттәгесә, Миңнур Байғарина етәкселегендәге ағинәйҙәр төркөмө ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ, йөрәккә үтерлек шиғри юлдар, таҡмаҡ менән сәләмләп, ҡымыҙ, сәк-сәктән ауыҙ иттерҙе.
Үҙҙәрен пушту телендә сәләмләү Афған яуы ветерандарының күңеленә хуш килде. Тантананы асып, ауыл биләмәһе башлығы Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы байрам менән ҡотланы һәм был матур сараны үткәреүҙе йолаға әйләндерергә тәҡдим итте. Хәирәләре менән уртаҡлашҡан Закир Ғарипов үҙ сығышында Рәсүл Сафуановты ҡаһарманлыҡҡа илткән юлдың башы ғаиләлә икәнлегенә баҫым яһаны. Ысын илһөйәр итеп тәрбиәләнгән 6 улының икәүһен Афғанстанға оҙатып, көтөп алған Абзал ағай менән Динә еңгә рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алынды.
“Афғанстан! Йәп йәш ата, йәп йәш әсәләрҙең
Маңлайына яттың һыр булып.
Ҡайғылы моң булып миллиондарҙың
Күкрәгенән сыҡтың урғылып....”
Мәүлит Ямалетдиновтың был шиғыр юлдары бөтәһен дә тетрәндерҙе. Йә цинк табуттарҙа әйләнеп ҡайтҡан, йә тән, йән яраларынан йәшләй баҡыйлыҡҡа күскән, йәшлеген һуғыш уты көйрәткән яугирҙар иҫтәлегенә тынлыҡ минуты иғлан ителде. Әйтергә кәрәк, был сараның ”ойотҡоһон һалыусы“ афған яугиры, БР-ҙың атҡаҙанған шахтеры Әхмәҙей Мөхәмәҙиев һәм Рәсүлдең ҡустыһы, шулай уҡ “афғанлы” Фәнил Сафуанов, һеңлеһе Әлфиә, үҙҙәре бағыусы булып, байрам юғары кимәлдә үтһен өсөн, күп тырышлыҡ күрһәттеләр.
Футбол, Калашников автоматын, Макаров пистолетын һүтеү-ҡороу буйынса ярыш ҡыҙған арала уңған килендәр, еңгәләр ҡорбан ашы бешереп, табын әҙерләне.
Футбол буйынса ярышта Наурыҙ, Мәҫкәү ауылдарының һәм афған яугирҙарының (“Шурави”) йыйылма командалары көс һынашты. Наурыҙҙар - 1-се , мәҫкәүҙәр - 2-се, “Шурави” 3-сө урынды яуланы.
Макаров пистолетын тиҙлеккә һүтеп-ҡороуҙа Әхәт Бапанин 1-се булды, 2-се урынға Илнур Заһиров сыҡһа, 3-сө урынды Ришат Дәүләткирәев алды.
Әхәт Бапанин Калашников автоматын һүтеп-ҡороу ярышында ла беренселекте бирмәне. Илһам Аҙнабаев менән Илнур Мөхәмәҙиев 2-се, 3-сө урындарға лайыҡ булды. Был ярышта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, яңы әрменән ҡайтҡан йәш егеттәр ҙә, балалар ҙа ҡатнашты. Йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Самат Мөжәүиров, Регина Баҡыева еңеү яуланы. 2-се урында – Рәмил Дәүләткирәев һәм Гөлгөл Мөхәмәҙиева, 3-сө урын Арслан Хөснуллин менән Зөлфиә Ямалетдиноваға бирелде.
Ифрат ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ был байрам матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Халыҡ сараны ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға, бағыусыларға рәхмәт әйтеп таралышты.
Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас