Шундай матур сәскәле үҫемлек шундай яуыз сүп үләне икәнлегенә иҫ китә. Башҡортса - сырмалсыҡ, йә эт эсәге. Русса -
Вьюно́к полево́й (
лат. Convōlvulus arvēnsis). Бөтә Учалы баҡсасыларын зар илата шикелле. Бәрәңгеңде быуып үлтерә бит, тамыр менән йолҡоп алырмын тимә, өҙөлә лә, ҡайтанан килеп сыға. Бәлки, берәйһенең уңышлы көрәш тәжрибәһе барҙыр, әммә интернеттан ҡарап, бер генә ышанырлыҡ ысул таптыҡ - ҡат-ҡат утау. Шул осраҡта тамырҙарҙың туҡтауһыҙ үҫенте бирерлек хәле ҡалмай, ти. Сәскә атып өлгөрһә, эш харап, ти - артабан киң тараласаҡ. Кем оҙағыраҡҡа сыҙай инде - баҡсасымы, эт эсәгеме?