Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
23 Июня 2021, 09:07

Суд приставы тотолдо

Оятһыҙ ғына түгел, аҡылһыҙ рәүештә лә урлашалар икән

Эйе, оятһыҙ ғына түгел, аҡылһыҙ рәүештә лә урлашалар икән - тотоласаҡтары алдан көн кеүек асыҡ булған осраҡта ла. БР буйынса тәфтиш комитеты идаралығы Учалыла элекке суд приставына ике енәйәт эше ҡуҙғатылыу тураһында белдерҙе: мутлашыу (159-сы статья) һәм хеҙмәт документтарына алдап тултырыу (292-се статья).
Ҡыҫҡаһы, 2017 йыл бер яҡташыбыҙ руль артында эсеп тотолған була. Водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡағыу менән бер рәттән, уға 30 мең һум административ штраф һалына. Нишләптер был аҡсаны суд приставына тоттора. Теге ни, аҡсаны кеҫәһенә һала ла, штраф түләнеү тураһында ялған чек тоттора, административ эште яба.
Уйлап-уйлап, бер нисек тә аңламаныҡ – суд приставтарында аҡса отчеттары шул тиклем тәртипһеҙ алып барыламы, 30 мең һум етмәүҙе етәкселәре нисек күрмәй ҡала алған?
Теге водитель тейешле ваҡыт үтеп, транспорт менән идара итергә хоҡуғын юллай башлағас ҡына, штрафтың ысынында түләнмәүе асыҡланған. Әле енәйәттең бар хәл-шарттары асыҡлана.
Бик тә аяныс, ҡайҙа-ҡайҙа, хөкөм үтәтеү органдарында закон үтәлергә тейштер бит инде!
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас