Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
24 Июня 2021, 06:08

Учалы ауылында янғын

Ике фатирлы йорт тәләф булды

23 июнь 15.34 сәғәттә Учалы ауылының Баһаүетдинов урамында янғын тураһында хәбәр алына. Бәлә һөҙөмтәһендә ике фатирлы бүрәнә йорт, мунса, башҡа ҡаралтылар ныҡ зыян күрә. Янғынға ҡаршы көрәшкә 24-се часть менән рәттән Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә. Ут артабан таралыуға юл ҡуйылмай.
Әле бәләнең хәл-шарттары асыҡлана. Ҡоро һәм эҫе дәүерҙә ут менән айырыуса һаҡ булығыҙ, яҡташтар!
Фото Учалы район-ара надзор бүлегенең сәхифәһенән алынды –
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас