Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
27 Июня 2021, 14:19

Ҡалҡан буйында фажиғә

Учалыла – юл-транспорт һәләкәте

25 июнь 13:00 сәғәттә Учалы-Кирәбе юлының 14-се километрында (Ҡалҡан күле буйы) юл-транспорт һәләкәте башҡарыла. ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова хәбәр итеүенсә, “Шкода Октавия” менән идара иткән 41 йәшлек яҡташыбыҙ ни сәбәптәндер юлдан осоп төшә, автомобиль түңкәрелә. Имгәнгән водитель дауахананың реанимацияһына һалынған, ти. Фотографиянан да күренә инде – машинаның иҙмәһе иҙелгән шул....
Әлеге мәл бәләгә килтергән хәл-шарттар асыҡлана. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, яҡташтар, ныҡ ашыҡҡандарға, ашығыуҙың ҡайғыһы ла ҡалмауы мөмкин!
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас