Яйыҡ
+17 °С
Облачно
Новости
28 Июня 2021, 10:13

"Асыуланыу тамыр йәйә Көнсөл һәм яуыздарҙа".

Төркөмдәшебеҙҙең фәһемле шиғыры

Асыуланыу.

Зинһар асыу тотмағыҙ һеҙ,
Асыу тотһағыҙ әгәр.
Үҙегеҙҙе эстән ашар, -
Ул ағыу - шундай зәһәр!
Асыуланыу тамыр йәйә
Көнсөл һәм яуыздарҙа.
Йоҙроҡтар һәр саҡ төйнәүле,
Төкөрөк ауыҙҙарҙа.
Бар ниәте үлем теләү
Үҙенең дошманына.
Нәфрәт менән асыу һеңгән
Ундайҙарҙың ҡанына.
Аңла кеше, асыуланыу -
Ағыулау үҙ - үҙеңде.
...Аҡыллылар ғына була
Тыныс, сабыр, түҙемле!
Рамай Ҡаһир. Сығанаҡ - https://vk.com/id470811619
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас