Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
28 Июня 2021, 10:35

Миндек бәйләгән ҡатынды йәшен атып үлтергән

Бәлә аяҡ аҫтында ғына түгел, баш өҫтөндә лә икән!

Бәлә аяҡ аҫтында ғына түгел, баш өҫтөндә лә икән! "Башинформ" яҙа: "Ауырғазы районында бер ҡатынды йәшен атҡан, тип хәбәр итте «Ауырғазы хәбәрҙәре» гәзите.Был мәғлүмәтте республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында раҫланылар.
Бәхетһеҙ осраҡ 27 июндә Кесе Нуғаҙаҡ ауылында булған. Урманда ҡайын миндеге бәйләп йөрөгән 53 йәшлек ҡатынға йәшен уғы тейгән.Ул урында йән биргән. Ире аңын юғалтҡан. Иҫенә килгәс, ҡатынына ярҙам итергә теләгән, ләкин һуң булған.Килеп еткән ашығыс ярҙам табиптары ҡатындың үлемен теркәгән".
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас