Яйыҡ
+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
29 Июня 2021, 05:20

Ғаиләнең ял көнө

Ҡала-райондың “Ғаилә” үҙәге ай һайын “Ғаиләнең ял көнө” тигән сара уҙғара. Ғаиләне берләштереү, улар өсөн мауыҡтырғыс ярыш-конкурстар уҙғарыу, балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү сараның маҡсаты булып тора.

Ғаиләнең ял көнө
Ҡала-райондың “Ғаилә” үҙәге ай һайын “Ғаиләнең ял көнө” тигән сара уҙғара. Ғаиләне берләштереү, улар өсөн мауыҡтырғыс ярыш-конкурстар уҙғарыу, балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү сараның маҡсаты булып тора.
Был юлы сара Сәфәр ауылында уҙҙы. Алдан һөйләшелгәнсә, байрам хоккей кортында ойошторолдо. Мәктәп лагерына йөрөгән балаларҙы ла класс етәкселәре йәлеп итте. Ата-әсәләр ҙә әүҙемлек күрһәтеп, тиҙ арала йыйыла һалды.
“Ғаилә” үҙегенең мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы уйын-ярыштарҙы ойоштороп, йүнәлеш биреп торҙо. Балалар, ата-әсәләр ике командаға бүленеп көс һынашты. Мәҫәлән, атайҙарға ҡыҙҙарының сәсен үререгә кәрәк ине. Ярыш күңелле лә, фәһемле лә килеп сыҡты. Спортты ла ғаиләләр үҙ иткәнлеге күренеп торҙо. Ғаиләләр рәхәтләнеп аралашты, күңелле ял итте. Уйын аҙағында һәр кемгә бәләкәй генә бүләктәр тапшырылды.
Сара барышында ҡыҙҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Улар үҙ ҡулдары менән сәс өсөн заколкалар яһаны, пластилиндан йәнһүрәт геройҙарын эшләп тә ҡыуандылар. Хәҙерге ваҡытта бик популяр булған аквагрим (йөҙгә һүрәт яһау) балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Оҫтаны улар һырып уҡ алды. Һәр кемдең бер көнгә булһа ла үҙенә оҡшаған персонажға әйләнәһе килә ине.
Сара барышында “Изгелек биләмәһе” ойошмаһы халыҡҡа “Әйберҙәр банкы”нан кейем тәҡдим итте. Ә “татлы мамыҡ”, попкорн эшләүселәр байрамдың бәләкәй ҡунаҡтарының күңеленә бигерәк хуш килде.
Был үҙенсәлекле байрам балалар өсөн ысын һабантуй рәүешендә уҙҙы. Бында килгән һәр ата-әсәнең, кескәйҙәрҙең йөҙөндә шатлыҡ-ҡыуаныс, аралашыу ҡәнәғәтлеге сағыла ине. Сара үҙ маҡсатына иреште – байрам шәп үтте!
“Ғаиләнең ял көнө”н уҙғарыуҙа ярҙам иткән Сәфәр ауылы хакимиәтенә, китапхана, хоккей корты етәкселегенә һәм ауыл халҡына ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ, уңыштар теләйбеҙ.
Лиана АЛТЫНХУЖИНА,
“Ғаилә” үҙәге белгесе.
Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас