Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
29 Июня 2021, 10:45

Ә иртәгә 37 градус менән ҡурҡыталар!

Иреп-бәжеп китмәйексе...

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ныҡ эҫе була, ти "Башинформ". Синоптиктар фаразынса, шишәмбе, 29 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 31-36 градус була.
Шаршамбы, 30 июндә, урын менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ йәшен. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, йәшен йәшнәгәндә елдең көсәйеүе ихтимал. Температура төндә 17-22, көндөҙ 32-37 градус.
Кесаҙна, 1 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 18-23, көндөҙ 29-34 радус булыуы көтөлә.
Иреп-бәжеп китмәйексе, янғын, һыуға батыу, эҫенән хәлһерәү, коронавирус һәм башҡа хәүеф-хәтәр тураһында онотмайыҡ был экстремаль шарттарҙа.
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас