Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
30 Июня 2021, 09:27

"Сәсәндәр төйәгендә”

Наурыҙ тураһында бик ҡыҙыҡлы китап

Сәсәндәр төйәгендә”



Учалы районы Наурыз ауылы - бөтә республикаға бер яҡлап “Иң матур ауыл” булыуы менән танылыу яулаһа, икенсе яҡлап тыуған иле алдында хеҙмәте менән дан алған «Атҡаҙанған хеҙмәткәр “ тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған бер тиҫтә генә түгел , ә 35 шәхесе булған, Яйыҡ буйын төйәк иткән , үҙе ҙур ҙа булмаған , әммә таланттарға бихисап бай булған бер ауыл. Ошо төбәктең арҙаҡлы шәхестәренең береһе Байгарин Алик Һибәт улы тарафынан ауылдың ябай хеҙмәт кешеләре яҙмышын, тарихи хәл-ваҡиғаларын, мәғлүмәтен туплаған , ситтән бер ниндәй финанс ярҙамһыҙ баҫтырылған «Сәсәндәр төйәге” китабы донъя күрҙе.

Хөрмәтле аҡһаҡал, хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Байғарин Алик Һибәт улы бөтә ғүмерен йәш быуынға белем биреү менән туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләне, һәр халыҡтың милли рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған туған телебеҙҙе үҫтереүгә бөтә көсөн бирҙе. Оло хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт ветераны, мәктәп йылдарында нисек ижади киңлектәрҙе байҡап эшләгән , хаҡлы ялда ла эҙләнеүҙәр, тормошҡа ижади ҡараш менән янып йәшәүен, килер быуындарға бик кәрәк булған изгелек орлоҡтарын таратыуын дауам итә. Талантлы уҡытыусының оло хеҙмәт емеше , ошо бәләкәй генә Наурыз ауылың тарихы, ябай ауыл кешеһенең көндәлек йәшәйештә әүҙем башҡарған ябай ҙа бөйөк эштәре, фиҙаҡәр хеҙмәте менән дан ҡаҙанған төбәк хаҡында « Сәсәндәр төйәге” тип аталған китабын баҫтырып сығарыуы килер быуындар алдында баһалап бөтмәҫлек хеҙмәт, тарихи әҙәби һәйкәл. Учалы төбәге халҡы һәр дәүерҙә лә абруйлы шәхестәре, ил алдындағы бөйөк эштәре, халҡын , тыуған ерен яҡлап дан алған ҡаһармандары менән танылған төйәк: сәсәндәре, яугирҙәре, сәнғәт оҫталары, хеҙмәт алдынғылары, барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел.

Тыуған төйәгебеҙ - Уралыбыҙҙың һәр ташында тарих яҙылғанлығы һәр кемгә мәғлүм. Шул тарихи хәтирәләр оло быуындар хәтеренән ташҡа баҫылып килер быуындарға тапшырылыуы һәр ауылда аманат итеп тормошҡа ашырыла барһа, халҡым тамырҙарын онотмаҫ, быуындар сылбыры өҙөлмәҫ.

Афарин, хөрмәтле Алик Һибәт улы! Һеҙҙең хеҙмәт юлын дауам итеп туған телебеҙ һағында торған башҡорт теле уҡытыусылары оло рәхмәтен еткерә! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер юлы теләйбеҙ!
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас