Яйыҡ
+20 °С
Ясно
Новости
1 Июля 2021, 08:45

Трактор айыу майында йөрөмәй!

Учалы кешеһе 220 меңдән ҡолаҡ ҡаҡты

Иркенләп алдай яҡташтарыбыҙҙы мут бәндәләр.
Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова сираттағы аяныс хәл тураһында бәйән итте.
Учалы кешеһе интернет аша трактор алмаҡсы була. Оҡшаған техника һайлап алғас, һатыуысы менән бәйләнешкә сыға. Теге ни, ҡарап торғанда бөтә шарттарға тура килгән килешеү документтарын ВАТСАП аша ебәрә. Яҡташыбыҙ унда күрһәтелгән реквизит буйынса 220 мең һум күсерә. Килешеүҙә әйтелгәнсә 7 көн буйына трактор килтергәндәрен көтә лә, алданғанлығын аңлай.
Интернет аша алыш-бирештә айырыуса һаҡ булығыҙ, унда жуликтар үләкһәгә йыйылған себендән дә күп!
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас