5-25 июль урмандарға кеше барыу, транспорт менән үтеү сикләнә. БР Урман хужалығы министрлығы ҡарарына ярашлы, республиканың туғыҙ районына, шул иҫәптән беҙҙең Учалыға ҡағыла.
Учалы лесничествоһы буйынса бүлек етәксеһе Айбулат Байғариндың әйтеүенсә, йыл башынан районыбыҙҙа 38 урман янғыны теркәлгән, 288 гектар зыян күрә. Һуңғы көндәрҙәге ҙур янғындарҙа (Кирәбе лесничествоһында – 13,9 гектар, Учалы участка лесничествоһында - 7,9 гектар) бәләгә йәшен килтергән, тигән версия ҡаралһа ла, көн кеүек асыҡ: янғындарҙың төп сәбәбе – һүндерелмәй ырғытылған тәмәке төпсөктәре, ял итеүселәр яҡҡан усаҡтар һәм башҡа тәртипһеҙлек.
-Яҡташтар был сикләүҙе аңлап ҡабул итһен ине – ныҡ ҡоро бит, урмандар гөлт итеп янырға ғына тора, ә һүндереүе үтә ҡатмарлы. Тонна-тонна һыу һибелгән участкалар ҙа, бер-нисә көндән яңынан төтәй башлау осраҡтары юҡ түгел! – тип бәйән итте беҙгә Айбулат Байғарин.
Тыйыуҙы инҡар итеүселәргә протоколдар төҙөлөп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙары ихтимал. Төптән ҡараһаң, штраф бер бәлә булһа, тәртипһеҙлек арҡаһында күпме тереклекте юҡ итеүҙең ғонаһы ни тора!
Тыйыу урманда хеҙмәт бурысы менән йөрөүселәргә ҡағылмай. Аңлауыбыҙса, урманға инмәйенсә генә, әйтәйек, тау биттәрендә еләк йыйыусыларға, йә һыу буйында ял итеүселәргә дәғүә ҡуйылмаясаҡ, әммә урманға яҡын бөтә урындарҙа ла ут хәүефһеҙлеге тураһында онотмайыҡ! Айырым талап – урман менән сиктәш ер участкалары эйәләренә. Сикте һөрөп ҡуйырға, 10 метр киңлектә һыҙатты таҙа тоторға бурыслылар. Ошо талап үтәлмәйенсә, предприятие, учреждение йә граждан биләгән участканан янғын урманға күсә икән, закон буйынса фәҡәт улар ғәйепле тип таныласаҡ. Ә матди зыянды ҡаплау таксалары, ай-һай, бик юғары.
Айбулат Алик улы ошо үтенесен дә әйтте:
-Урманда ут күреү менән һәр кемдән түбәндәге телефон номерҙары аша хәбәр итеүе талап ителә: Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте – 112, Учалы лесничествоһы – 5-27-23. Шунан һуң, хеҙмәткәрҙәр килгәнсе, үҙаллы һүндерә башлау маҡсатҡа ярашлы, әммә ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Зинһар, битараф булмағыҙ, уртаҡ байлығыбыҙ тураһында һүҙ бара бит!