Яйыҡ
+17 °С
Облачно
Новости
6 Июля 2021, 05:47

Учалы кешеһе ҡарағай ҡырҡыуҙа ғәйепләнә

Яза хәҙер бик ҡаты.....

31 йәшлек Учалы кешеһе законһыҙ рәүештә урман киҫтереп тотолған, енәйәт эше әлеге ваҡытта судҡа йүнәлтелгән.
Тәфтиш органдары версияһы буйынса, был кеше былтыр октябрь айында ике таныш кешеһен яңылыштыра – рөхсәте булмауҙы әйтмәйенсә урманға алып бара, бензобысҡы биреп ағас ауҙарта.
5 төп ҡарағай киҫеүҙән урман фондына зыян 190 мең һумға баһалана. Айырыуса ҙур күләмдә законһыҙ ағас киҫкән өсөн енәйәт эше ҡуҙғатыла (260-сы статьяның 3-сө өлөшө). Эйе, яҡташтар, закондар хәҙер ныҡ ҡатыланды – тауыҡ кетәге ҡороу өсөн дә етмәҫ ағасты ҡырҡып та, оло бәләгә ҡалыу ихтимал. Кәбән аҫтарына һөйрәтке һалыу мәле яҡынлаша, шуға ла тәфсирләп бәйән итәбеҙ....Телгә алған 260-сы статья менән 1-3 миллион һум штраф, айырым осраҡтарҙа, хатта, ғәйепленең 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә ҡаралған!
Белешмә өсөн: Зыян күләме РФ Хөкүмәте раҫлаған такса буйынса иҫәпләнә. 5 меңде үтһә – әһәмиәтле, 50 мең һумдан күберәк икән – ҙур, 150 меңдән артһа – айырыуса ҙур күләм, тип баһалана.
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас