Бөгөн, төнгө ваҡытта, Белорет-Учалы-Мейәс юлының 84-се километрында юл-транспорт һәләкәте теркәлде, тип хәбәр итте ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова. 64 йәшлек урындағы кеше иҫерек килеш "Renault" автомобиле менән идара итә, автомобиль юлдан осоп төшә һәм түңкәрелә. 64 йәштә аҡыл ултырһа ла булыр ине! Водитель һәм пассажир ҡатын имгәнеп дауаханаға һалыналар.