Яйыҡ
+16 °С
Облачно
Новости
8 Июля 2021, 08:44

Учалы ҡатынын “бизнес”ҡа төшөндөрҙөләр

1,5 миллиондан ҡолаҡ ҡаҡты

Учалы ҡалаһында көн күргән 50 йәшлек ҡатын интернетта уҡытыу курстары эҙләп таба. Заманса инвестиция менән шөғөлләнергә, башҡортса әйткәндә – елдән аҡса яһарға өйрәтергә вәғәҙә итәләр. Уҡытыу барышында виртуаль аҡса һатып алырға һәм шуның менән эш итергә күндерәләр. Аңлашыла, аҡсаһын “трейдер” (ҡиммәтле ҡағыҙҙар менән спекуляция башҡарыусы) күрһәткән счеттарға күсергәс, башҡаса күрмәй....
БР буйынса эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, 1,5 миллион һум тирәһе аҡсаһын юғалта ошо рәүештә. Ә жулик өсөн, ысынлап та, бик уңышлы "инвестиция" килеп сыҡҡан!
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас