Яйыҡ
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2021, 15:20

Сәйер күренеш

Уҙған аҙнала төркөмдә боҙом, әмәл тураһында уҡыным да (исеме менән әйтергә яарамай тиҙәр) бер ҡурҡыныс хәл иҫкә килеп төштө. Әллә осраҡлы хәл, әллә ысынлап та шул булды. Ун йыл элек ауылда өй йыйыштырып йөрөгәндә һеңлем ағайымдың (ул ваҡытта ағайымдың мәрхүм булыуына бер йыл ине) һауытын рәтләргә булған.

Уҙған аҙнала төркөмдә боҙом, әмәл тураһында уҡыным да (исеме менән әйтергә яарамай тиҙәр) бер ҡурҡыныс хәл иҫкә килеп төштө. Әллә осраҡлы хәл, әллә ысынлап та шул булды. Ун йыл элек ауылда өй йыйыштырып йөрөгәндә һеңлем ағайымдың (ул ваҡытта ағайымдың мәрхүм булыуына бер йыл ине) һауытын рәтләргә булған. Ағайым үлгәндән һуң әйберҙәренә тейергә бер ҙә ҡул барманы. Сөнки берәй әйберен күреү менән ҡайғыбыҙ яңырып, һығылып төшә инек. Әсәйемдең күҙ алдынан бөтә әйберҙәрен алып йәшереп ҡуйҙыҡ, әсәйем балаһының кейемдәрен ҡосаҡлап алйыр хәлгә етә торғайны. Әллә бер йыл дауамында аҙна һайын скорый саҡырта торған инек. Бала ҡайғыһын кисергәндәр генә аңлайҙыр. Ситкә киттем буғай, ана шул шкафын йыйыштырған мәлдә бер әйбер табып ала. Ваҡ ҡош ҡауырыйҙары ҡара еп менән бәйләнгән, эсендә нимәлер бар. Туғаным мине саҡырҙы, тағатып ҡараһаҡ, эсендә фоторафия, әммә яндырылған һәм ҡауырыйҙар менән бәйләнгән. Һоҫҡо менән тышҡа сығарып биҙрәгә һалып яндырҙыҡ, көлөн йылғаға алып барып ағыҙҙыҡ һәм оноттоҡ. Әммә бер йылдан икебеҙ ҙә бер-бер артлы ауырый башланыҡ. Дауахана юлын күп тапарға тура килде инде. Ата-әсәйебеҙ бер-бер артлы ҡорбандар һалдырҙы, хатта миңә ике тапҡыр һалырға тура килде. Сөнки хәлем яҡшырырға барманы. Ә бер көн һеңлем бер танышынан өйҙөң һәр мөйөшөн өшкөрөргә кәрәк, тип ишетеп ҡайтҡан. Телефонына шул ҡатын доғалар яҙҙырып биргән. Ул көндө мин эштә инем, һеңлем шылтырата, апай беҙҙәге хәлдәрҙе белһәң ине, тип. Туғаным шәм яндырып, телефонын тотоп өйҙөң мөйөштәренән йөрөй башлаған. Бер мөйөшөнә барһа шәм һүнәлә ҡуя икән, тағы ла яндыра, тағы һүнә. Бер мәртәбә шәм шул тиклем ҡара төтөндәр сығарып ныҡ яна башланы, ти. ярай ҙа ҙур һауытҡа ултыртып алған булған, валлаһи ҡулымды бешерер инем, ти. шулайҙа ҡурҡып ҡалмаған, эшен артабан дауам иткән. Икенсе мөйөшөндә лә шул уҡ хәл, шәм сыртлап яна, ти. Өй ҡара төтөнгә күмелгән. Кейәүҙе саҡыртып, тиҙ генә ошо хәлдәрҙе ситтән телефонға төшөрөгә ҡушҡан. Йәнәһе һуңынан миңә күрһәтә инде. Мең бәлә менән өйҙөң мөйөштәрен йөрөп бөткәндәр. Килгәс миңә телефондан ошо видеоны күрһәтергә булдылар, ышанаһығыҙмы-юҡмы, телефонда бер нимә күренмәй. Уларҙың һөйләшкәне, доға йырлағаны ишетелә, ә шәм янғаны, төтөн сыҡҡаны юҡ. Экран ҡап-ҡара. Шундай сәйер хәл булды беҙҙә. Аллаға шөкөр, күпмелер ваҡыттан һуң хәлдәребеҙ яҡшырҙы, тыныс ҡына йәшәй башланыҡ. Ошо хәл һаман тынғы бирмәй, кешеләрҙең күргәндәрен уҡып хәтирәләр яңырып китте.
  • Автор:Алия Даутова
    Читайте нас: