Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
12 Июля 2021, 11:10

Спортсыларҙы йыйҙы Олотау

Ҡотой ауылына барған һайын унда йәшәгән кешеләрҙең ихлас күңелле, матур һүҙле, үҙ-ара берҙәм һәм ихтирамлы булыуҙарын күреп һөйөнөп ҡайтабыҙ. Бер ғаилә һымаҡ татыу көн иткән ҡотойҙар һәр эште бергәләп атҡара, байрамдарҙы ла күмәкләп үткәрә. Ошо көндәрҙә улар матур сараға - "Олотау йыйыны"на йыйылды. Был йыл һайын үткәрелгән традицион спорт сараһы Рәсәй спорт мастеры, көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы, ваҡытһыҙ вафат булған Ғайсар Хәлиҙәр улы Ғәлин иҫтәлегенә арналды. Уны Ҡотой ауылы егеттәре Илнур Солтанов, Булат Сафин, Азат Сафин һәм Линар Ғәлин ойошторҙо.

Ҡотой ауылына барған һайын унда йәшәгән кешеләрҙең ихлас күңелле, матур һүҙле, үҙ-ара берҙәм һәм ихтирамлы булыуҙарын күреп һөйөнөп ҡайтабыҙ. Бер ғаилә һымаҡ татыу көн иткән ҡотойҙар һәр эште бергәләп атҡара, байрамдарҙы ла күмәкләп үткәрә. Ошо көндәрҙә улар матур сараға - "Олотау йыйыны"на йыйылды.
Был йыл һайын үткәрелгән традицион спорт сараһы Рәсәй спорт мастеры, көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы, ваҡытһыҙ вафат булған Ғайсар Хәлиҙәр улы Ғәлин иҫтәлегенә арналды. Уны Ҡотой ауылы егеттәре Илнур Солтанов, Булат Сафин, Азат Сафин һәм Линар Ғәлин ойошторҙо. Быйыл мини футбол буйынса турнирҙа ҡатнашыусыларҙың һаны уҙған йылдар менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк булыуы ҡыуандырҙы. Утыҙҙан ашыу команда ҡатнашырға теләк белдерһә лә, ике генә майҙансыҡ булғас, башҡаларҙың ғаризаһын кире ҡағырға тура килде, ти ойоштороусылар. Киләһе йыл майҙансыҡтарҙың һанын ике тапҡырға арттырырға ниәтләй улар. Турнирҙа Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил райондары, Силәбе өлкәһе, районыбыҙҙың Ҡотой, Уральск, Озерный, Ураҙ, Килмәк, Ҡорама, Ҡунаҡбай, Ишмәкәй, Илсе, Сораман ауылдарынан 16 команда үҙ ара көс һынашты. Турнирға бөтәһе 170 спортсы, 350-нән ашыу ҡунаҡтар йыйылды. Командалар уйынын ситтән күҙәткән көйәрмәндәр төрлө дәртләндереү һүҙҙәрен йәлләмәне.
Мәртәбәле спорт сараһына популяр хоккей комментаторы Азамат Моратов та килде һәм командалар уйынын үҙе үк ойоштороп, комментарий биреп торҙо.
-Кесе Ватаныма һәр ваҡыт ҙур теләк менән ҡайтам. Бынан көс-илһам алам. Яҡташтарым ойошторған һәр сара тураһында хәбәрҙармын, улар өсөн сикһеҙ ҡыуанам. Турнир тураһында күптән ишетеп, ихлас килдем, - тине ул.
Жюри ағзалары ярыш барышын бик ғәҙел баһаланы. Уҙған йылдағы кеүек үк быйыл да Ҡорама спортсыларына етеүселәр булманы - күсмә Кубокты улар алып ҡайтты. Баймаҡ спортсылары 2-се урынды алһа, Уральск командаһы 3-сө урын биләне. Дүртенсе урынға Әбйәлил командаһы сыҡты. Иң яҡшы һөжүмсе һәм яҡлаусылар ҙа айырым грамоталар, миҙалдар, кубоктар менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ, афарин!
-Бала саҡтан футбол менән шөғөлләнәбеҙ, төрлө турнирҙарҙа призлы урындар яулайбыҙ. Чемпион титулын һаҡлап алып ҡалыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, - тип ҡыуаныстары менән бүлеште Ҡорама командаһы капитаны Марат Исмәғилев.
Азамат Моратов үҙе алып килгән махсус призды - Рәсәй йыйылма командаһы автографтары яҙылған тупты турнирҙы ойоштороусыларҙың береһе - Линар Ғәлинға тапшырҙы. Ул уны, үҙ сиратында, мәктәпкә бирҙе.
-Ғайсар бик итәғәтле, ярҙамсыл, алдына ҡуйған маҡсатына ирешә белгән егет ине. Ауылдаштары араһында абруй һәм ихтирам ҡаҙанған спортсы, көрәш буйынса дүрт тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй чемпионы булды. Атта сабышыу булһынмы, йүгереүме - бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәне ул. Ошо яҡшы башланғысты артабан да дауам итергә тип һөйләшкәнбеҙ ауыл халҡы менән. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен Ғайсарҙың әсәһе - Гөлсөм Садиҡ ҡыҙы Ғәлинаға еткерәһе килә, - тине Ғайсарҙың тренеры Фәһим Зәйет улы Шакиров.
-Бик матур сара ойошторған егеттәр, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Бөрйән районы командаһы футболсылары. - Турнир тураһында белеп ҡалыу менән ҡатнашырға теләк белдерҙек. Яңы дуҫтар табып, аралашып, рәхәтләнеп уйнаныҡ. Аллаһ бойорһа, артабан да ҙур теләк менән киләсәкбеҙ.
Уйындар бик ҡыҙыу барҙы. Был көндә Олотау буйы гөрләп торҙо. Мини-футболдан тыш төрлө уйындар, спорт ярыштары ойошторолдо. Ойоштороусылар, ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары килгән ҡунаҡтарҙың барыһын да йылы аш, ҡайнар сәй, ҡымыҙ менән һыйланы. Егеттәрҙең ошолай үҙҙәре уйындар ойоштороп, спорт менән шөғөлләнеүҙәре ҡыуандыра. Ярышты ойоштороусыларға, үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә һәм тоғро көйәрмәндәргә ҙур рәхмәт!
Вилиә ЯНБАЕВА.
Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас