Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2021, 13:32

Көнләшәбеҙ: Исландияла 4 көн эшләйҙәр.

Колумнистика

Вакцина яһатыуҙан ситләшмәгеҙ, юғиһә төрөлөсә хәлдәр тураһында ишетелә башланы. Калуга өлкәһенең бер дауаханаһында уколдың икенсе компонентын килтереп өлгәрмәгән булалар. Бер табиптың туғаны вакцинаның икенсе компонетын алырға килгәс, шәфҡәт туташы был хаҡта әйтергә баҙнат итмәй ҙә, ябай һыу менән инъекция яһай. Әлбиттә, оҙаҡламай был хаҡта билдәле була, пациентҡа ысын укол яһала, ә шәфҡәт туташын эштән ҡыуасаҡтар. Башҡортостанда, Стәрлетамаҡта иһә күпкә аянысыраҡ хәл асыҡланып, ике дауахана хеҙмәткәре ҡулға алынды. Ысынында коронавирусҡа ҡаршы прививка яһамайынса ялған сертификаттар һатып ятыуҙа ғәйепләнәләр (йәнәһе лә, кешеләргәгә ҡаҙалған “әжәл дарыуын” түккән булыуҙары ихтиал). Оҡшаш битһеҙ медик Калининград ҡалаһында тотолдо – ул да ялған сертификаттар менән сауҙа йәйелдергән була. 500-3500 һумға ялған сертификат алыусылар ни ерҙәре менән уйлайҙар икән! Аҙағынан, ковид йоҡторғас, вакцинация ярҙам итмәне, тип бәлә һаласаҡтар бит инде.
Исландияла 2015-2019 йыл үткәрелгән эксперимент йомғаҡланды, һөҙөмтәләр “иҫ киткес уңышлы” тип танылды. Илдең 1 процент хеҙмәткәрҙәре 5 урынына 4 көнлөк эш аҙнаһына күсерелгәйне, ә эш хаҡтары элеккесә һаҡланды. Хеҙмәт етештереүсәнлеге арта, стресс, көсөргәнеү арҡаһында хәлһеҙләнеү осраҡтары күҙгә күренеп кәмей, ғаилә мөнәсәбәттәре яҡшыра һәм башҡа. Ғәжәп түгел инде, замана кешеһен фәҡәт көсөргәнешле хеҙмәт тәү сиратта ҡаҡшата бит. Эксперимент һөҙөмтәһендә Исландияның 86 процент хеҙмәткәрҙәре йә 4 көнлөк аҙнаға күсте, йә бындай хоҡуҡҡа эйә булды, тип хәбәр ителде. Көнләшәбеҙ! Беҙҙә лә бындай тәҡдимдәр булыуын булғайны, әммә халыҡ ышанып бөтмәй шул – эш хаҡтары ла шундуҡ кәметелер, тип ҡурҡалар. Нигеҙһеҙ ҙә түгелдер инде ... Әммә проблеманы нисектер хәл итергә тура киләсәк – кемгәлер эш юҡ, кемдер еген ат урынына егелә, бындай хәл бизнес хужаларына ғына отошло!
Ахыры заман яҡынлашыу шул булалыр инде! Хәҙер 50 йәшкә яҡынлашып килгән ир 2008 йыл өйләнгән була, ғаиләлә ике бала тыуа. 2015 йыл айырылышалар. Ниңә икәнен дә төҫмөрләүе ҡыйын түгел – ир шундуҡ ҡатынға әйләндереү буйынса трансгендер операцияһы яһата. Ҡатыны был затҡа балалар менән осрашырға ирек бирә әле, әммә ир кейемендә килеүен шарт итеп ҡуя. Һуңынан, балаларының психик сәләмәтлеге өсөн ҡурҡып, класташтары мыҫҡылламаһын өсөн “әсәйгә әйләнгән атайҙары” килеп йөрөүен суд аша сикләй. Тегеһенә етә ҡала – Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судына бәлә һалырға ашыға. Унда ни, бындай осраҡтарҙа айт тигәнгә тайт тиергә генә торалар - дәғүәсегә 9,8 мең евро компенсация, 1 мең евро – суд сығымдарын ҡаплатыу тураһында ҡарар сығаралар.
Ирландияла 10 йәшлек Уильям Вудс урындағы лотереяла 1 мең евро отҡан була, беҙҙең аҡсаға 88-89 мең һум. Беҙҙең сабыйҙар, ошондай уңыш йылмайһа, ни эшләр ине? Күбеһе яңы смартфон, компьютер йә электросамокат алырға йүгерер ине. Көнбайышта аҡса иҫәпләй беләләр шул. Малай башта аҡсаны аҙаҡ колледжда уҡыуға ҡалдырырға ниәтләнә. Һуңынан, башын тырнай-тырнай ҙа, отошлораҡ вариант таба: быҙауҙар һатып алып үҫтерә, ҡышын һатып, ҡара ергә баҫҡас йәнә йәш мал һатып аласаҡ. Атаһы ла (фермер) улының ҡарарын етди ҡабул итә, ярҙам күрһәтә.
Беҙҙә мал тиҙәген дә ҡайҙа тура килде, шунда сығарып ауҙарыусылар юҡ түгел, Көньяҡ Кореяла кеше ҡалдыҡтарын да әрәм итмәйҙәр. Ульсан университетында “BeeVi “ маркалы бәҙрәф ҡуйылды. Ҡалдыҡтар махсус резервуарҙа тарҡатыла ла, метан тигән газ етештерелә. “Зәңгәр яғыулыҡ” университетты йылытыу, яҡтыртыу өсөн тотонола. Улай ғына ла түгел, бәҙрәфкә инеүселәргә электрон аҡса күсерелеп, студенттар ҡаласығында аҙыҡ-түлек, уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып алырға мөмкин. Был ҡоролманы уйлап табыусы доктор Чо Джэ Вон самалап та ҡуйған –бер кешенән бер көндә барлыҡҡа килгән ҡалдыҡтан уртаса 50 литр метан етештерелә – 0,5 киловатт-сәғәт тигән һүҙ. Аңлайышлыраҡ булһын өсөн – был энергия уртаса автомобилдең 1 километр 200 метр араны үтеүен тәьмин итә алыр ине. Эйе, күп түгел, әммә, ил төкөрһө күл була тип әйтәләрме әле.....
Австрияла йыландар ҙа әллә ни күп түгел. Шулай ҙа үҙ өйөндә бәҙрәфтә ултырған 65 йәшлек әфәндене кинәттән нимә аҫтан тешләп яралағанын асыҡлай башлаһалар, 1,5 метр оҙонлоҡта питон икәнлеге асыҡлана. Баҡһаң, күрше фатирҙа йәшәгән егет йылан үрсетә икән, береһе канализация торбалары аша ҡасып маташҡан. Йылан хужаһына яуап тоторға тура киләсәк. Беҙҙең ауыл бәҙрәфтәре, исмаһам, был йәһәттән ҡурҡыныс түгел!
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас: