Яйыҡ
+21 °С
Облачно
Новости
13 Июля 2021, 03:25

" Кешеләргә ышанам мин, Күңелем - алсаҡ, асыҡ. Күпме диуарҙар һыланым, Һып - һыуыҡ ине балсыҡ "

Төркөмдәшебеҙҙең яҡшы шиғыры

Тәгәрәй күҙ йәштәрем.

Кешеләргә ышанам мин,
Күңелем - алсаҡ, асыҡ.
Күпме диуарҙар һыланым,
Һып - һыуыҡ ине балсыҡ.
Ҡулдарымды өшөттөрҙем,
Эшем шундай - штукатур.
Беҙ төҙөгән йорт - диуарҙар
Булһын тим һәр саҡ матур!
Үҙ эшемдең оҫтаһы мин,
Ҡаҙандым ҡәҙер - хөрмәт.
Бәхетле мин, ваҡытында
Түләнһә ауыр хеҙмәт!
Тик бына һуңғы арала
Осраны алдаҡсылар.
Бер оятһыҙ кеҫәһенә, -
Осто минең аҡсалар.
Айҙар буйы эшләтте лә
Түләмәне аҡсаһын.
Шундай ҡомһоҙ был бисәнән
Һеҙҙе Хоҙай һаҡлаһын!
Кеше тире ебәрмәй ул,
Бер төшөр рәнйештәрем.
Йәлләтә тип, уйламағыҙ, -
Тәгәрәй күҙ йәштәрем...
Һәйбәтләп һөйләшкәнде лә
Теләмәй ул аңларға.
Ике ҡатлы йорт һалам тип,
Ниңә кеше алдарға?!
Бармаҡтарҙы өшөттөрҙем,
Һып - һыуыҡ ине балсыҡ.
...Кеше алдап, язаһынан, -
Булмай ул, булмай ҡасып!

авторы Рафия Хуснуллина. https://vk.com/id612735061
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас