Былтыр Илсе ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңгәйне. Оло ҡаҙаныш өсөн 5 миллион һумға сертификат тапшырыла. Ошо аҡсаның бер өлөшөнә балаларға уйын майҙансығы төҙөләсәк, ти. Был хаҡта Илсе ауылына эш сәфәре ҡылған БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова үҙ сәхифәһендә хәбәр итте - https://vk.com/wall497656811_2104
Бик хуп, ололарҙың эскеселегенән иң ныҡ яфаланғандар - фәҡәт балалар, ололарҙың айыҡ тормошҡа ынтылыуҙарының да тәү шатлыҡтары ла тап уларға булһын!