Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
4 Августа 2021, 04:52

Мотоблок көтөп баҡсаң сиҙәм булыр

Ҡатын төп башына ултыртылды

Мотоблок көтөп баҡсаң сиҙәм булырМотоблок көтөп баҡсаң сиҙәм булыр
Мотоблок көтөп баҡсаң сиҙәм булыр

Интернет аша алыш-бирештә  айырыуса һаҡ булығыҙ, тип күпме генә яҙылһа ла,  яҡташтарыбыҙ ауыҙҙарын туҡтауһыҙ бешерә!

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова  бәйән  итте ошондай  хәҙер инде ҡәҙимге,  әммә бары аяныслы хәл тураһында.

Учалы ҡалаһында йәшәгән ҡатын  мотоблок алмаҡсы була. Интернеттта үҙенә оҡшаған вариант таба, электрон почта аша һатыусы менән килешә, 23 100 һум аҡсаһын күсерә.  Вәғәҙә ителгәнсә, 7 көн мотоблокты килтергәндәрен сабыр ғына көткән була. Тәбиғи, ете көндән дә, ун ете көндән дә бер ни килтерелмәй, аҡсаһы ҡайтарылмай.  Алдаҡсы һатыусының сайтына  һәм электрон почтаһына яҙыу бер ни бирмәй.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас