Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
5 Августа 2021, 05:08

1 миллионды елгә осорҙо, бурысҡа батты.

Яҡташыбыҙҙың компьютерында ситтән тороп  бур  иркенләп соҡона

1 миллионды елгә осорҙо, бурысҡа батты.1 миллионды елгә осорҙо, бурысҡа батты.
1 миллионды елгә осорҙо, бурысҡа батты.

Елдән аҡса эшләргә ынтылыусылар хәләл аҡсаларын да елгә осороуҙары ихтимал, тип берҙе яҙғайныҡ инде. Йүнләп аңламаған  даирәләҙә кәсеп итергә ынтылыш – йөҙә белмәйенсә ҡаянан диңгеҙгә ырғыған кеүек.

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова  бәйән  итте: Учалы ҡалаһында йәшәгән ир “ТИНЬКОФФ” рекламаһын күрә лә, күрһәтелгән сайтҡа керә,  телефонын, паспорт мәғлүмәтттәрен ҡалдыра.  Инвестор булырға йыйыныуы инде. Оҙаҡламай уға шылтыраталар, алтын тауҙар вәғәҙә итәләр, бының өсөн  яҡташыбыҙҙың өйөндәге компьютеры  менән ситтән (интернет аша) идара итеү мөмкинлеген биреүҙе һорайҙар. Ир ҡушҡанды үтәй. Һөҙөмтәлә уның исеменән Сбербанктан  1 миллион һум тирәһе кредит юллана һәм урлана.  Яҡташыбыҙ хәҙер килем алыу түгел, бур өсөн бурыс түләйәсәк инде.

Ике һорау ҡалды. 

Беренсенән.  “ТИНЬКОФФ” кеүек  танылған компания исеменән бурҙар эш итеүгә ҡаршы компания үҙе  нисек көрәшә икән?

Икенсенән.  Ябай кеше кредит юллаһа, документ йыйҙырып тәҡәттәрен ҡорота торғандар.  Бурҙар компьютер аша ғына ошондай ҙур аҡса ала алыуҙарына ниңә олпат банк юл ҡуя?

Был һорауҙар, әлбиттә, Учалы буйынса эске эштәр бүлегенең компетенцияһында түгел.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас