Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
5 Августа 2021, 03:37

Йомарттарға рәхмәт!

Ҡалғандар ҙа ҡушылығыҙ!

Йомарттарға рәхмәт!Йомарттарға рәхмәт!
Йомарттарға рәхмәт!
Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһын  иғлан иткәйне.
Йолаға әүерелгән изгелек акцияһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты - ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү
Учалыла мәктәп кәрәк-яраҡтарын «Ғаилә» үҙәгенә алып килә алаһығыҙ. Адресы: Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, 19-сы, 21-се бүлмәләр. Белешмәләр өсөн телефон -6-21-38
Кәнсә тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфель-рюкзактар, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки һәйбәт торошта булырға тейеш.
Ярҙам Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә. Йомғаҡ сентябрь башында яһала.
Учалылағы “Ғаилә” үҙәге  акцияға ҡушылған граждандарға, "Учалы тегеү фабрикаһы", "Шатлыҡ", "Техноплекс" заводы, "Галактика одежды и обуви" предприятиеларына рәхмәт әйтте.
 
 
Фото Учалы “Ғаилә” үҙәге  сәхифәһенән -https://vk.com/uchaly55semya
Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас