Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
6 Августа 2021, 08:38

Енәйәтсе 15 тапҡыр кергәндер инде

Банк картаһы юғалыу бәләһе

Енәйәтсе 15 тапҡыр кергәндер индеЕнәйәтсе 15 тапҡыр кергәндер инде
Енәйәтсе 15 тапҡыр кергәндер инде

Ҡулаҡса урынына банк карталары менән иҫәпләшергә өйрәнә башланыҡ.  Кеҫәлә аҡса йөрөткәнгә ҡарағанда  уғрыларҙан да һаҡлыраҡ һымаҡ. Әммә тормошта төрлөсә килеп сыға.

Учалы районы буйынса эске эштәр бүлеге тәфтишсеһе Лия Фәттәхова  ике ошоға бәйле осраҡ тураһында һөйләне.

Учалы ҡалаһында көн күргән ир “Уралсиб” картаһын юғалта.  Табып алған билдәһеҙ кеше ундағы аҡсаға 1 100 һумға магазиндан тауар алған.

Ә бер яҡташ ҡатын картаһын магазинда үҙе онота. Картаға эйә булған енәйәтсе магазиндан 15 000 һумға тауар алған.

 Эйе, банк картаһы менән ҡулланыу өсөн код индерергә кәрәк, ләкин 1 мең һумдан аҙыраҡ сумма менән эш иткәндә картаны кассалағы аппаратҡа терәү ҙә етә бит.   Ун биш мең сумманы йыйғансы бур магазинға 15 тапҡыр әйләнде микән! Нисек кенә булмаһын, хәтерләп ҡуйығыҙ - банк картаһы юҡ була ҡалһа, шундуҡ банкка шылтыратып, ғәмлдән сығарыр (блокировка)  кәрәк. Бурҙарҙан алда өлгөрөү зарур.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас