

Башҡортостаныбыҙҙа урман янғындары киң таралыуы тураһында телевизорҙан күреп тораһығыҙҙыр. Бөгөн, 9 август Учалы ҡалаһында һөрөм еҫе ныҡ аңҡығас, беҙҙә лә урмандар янамы, тип шомландыҡ.
-Хәйбулла һәм Бөрйәндә меңәр гектар урман яна, бәлки, шуның төтөнө беҙҙә һиҙеләлер, - ти Учалы лесничествоһы буйынса бүлек етәксеһе Айбулат Байғарин. – Учалы районында 8 август Ҡобағош ауылы янында урман янғайны, кешеләрҙең бесәндәре лә зыян күргән, әммә урманда 0,25 гектарҙан ары таралыуға юл ҡуйылмай. Сәбәбе әлеге мәл асыҡлана.
Нисек кенә булмаһын, өйҙә лә, урманда ут менән һаҡ булығыҙ – йыл башынан районыбыҙҙа 45 урман янғыны теркәлде.
Һуңғы мәғлүмәттәр менән БР Урман хужалығы сайтында таныша алаһығыҙ, тик унда үрҙә әйткән районыбыҙҙағы янғын икенсе урында тип күрһәтелгән - https://forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/386127/