Яйыҡ
+27 °С
Облачно
Новости
10 Августа 2021, 09:00

Балаларға тағы түләү буласаҡ

Балаларға тағы түләү буласаҡ

Балаларға тағы түләү буласаҡБалаларға тағы түләү буласаҡ
Балаларға тағы түләү буласаҡ

Дәүләт Думаһы депутаттары спорт секцияһында шөғөлләнгән балиғ булмаған балалар өсөн НДФЛ буйынса һалым вычетын индерергә тәҡдим итте. 1 августа Рәсәй Президенты В.Путин уға ҡул ҡуйған. Законға ярашлы, 18 йәшкә тиклемге балалар түләүле спорт секцияһында шөғөлләнгән өсөн һалым аҡсаһын ҡайтарыу мөмкинлеге тыуа.

Документ буйынса спорт дәрестәренә киткән сығымдың 13 процентын кире алырға мөмкин буласаҡ. Максималь сумма – 120 мең һум. Түләүҙең максималь күләме – 15,6 мең һум.

Был закон 2022 йылдың ғинуарында эшләй башлаясаҡ. Тимәк, 2021 йыл өсөн һалым вычеты иҫәпләнмәйәсәк.

https://hakmar.ru/articles/sotsial-lk/2021-08-10/balalar-a-ta-y-la-t-l-bulasa-2459483

Автор:Алия Даутова
Читайте нас