Яйыҡ
+17 °С
Дождь
Новости
10 Августа 2021, 04:09

"....беренсе ашаусы - иң юғары түрә"

Колумнистика

"....беренсе ашаусы - иң юғары түрә""....беренсе ашаусы - иң юғары түрә"
"....беренсе ашаусы - иң юғары түрә"

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлай ойошмаһы етәксеһе Тедрос Гебрейесус ревакцинацияларға мораторий иғлан итергә саҡырҙы. Юҡ, иммунитетты көсәйтеү өсөн коронавирустан өҫтәлмә прививка яһатыуҙың ниндәйҙер зыяны тураһында һүҙ ҙә бармай. Бар ғиллә – ярлы илдәр, исмаһам, халыҡтарының 10 процентына прививка яһатыу тураһында хыяллана, әммә вакциналары юҡ. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, донъяла  4 миллиард  прививка яһалған, шуларҙың 80 проценты үҫешкән илдәргә тура килә.  Байҙар ревакцинация менән мауыҡмаһалар, бәлки, Африка-Азия өлөшөнә күберәк эләгер, тип  өмөт итеүҙәре инде. Бына шулай. Беҙҙекеләр бушлайға  прививка яһатмай инәлтә, кешелектең төп өлөшө “әжәл дарыуы” ала алмай тилмерә һәм ҡырыла.

Дыуан районында 67 йәшлек йәмәғәтсе суд алдына баҫтырылды.  Суд тарафынан экстремистик ойошма тип танылған  “СССР” берекмәһе етәкселәренең береһе  булып торған, пропаганда алып барған өсөн.  РФ Тәфтиш комитетының БР буйынса идаралығы хәбәрнамәһенә ҡарағанда, был  иптәш  СССР Эске эштәр министры - Баш тәфтиш идаралығы начальнигы исеменән эш иткән.   Эйе, Советтар Союзын күптәр һағынабыҙ, тик  социализмды тегеҙергә ынтылғанда ла, мотлаҡ ғәмәлдәге закондарға таянып эш итер кәрәк!

РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина страховкаһы ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерҙе – дауаханалар хәҙер пациент үҙе һатып алған йә башҡа учреждениелар ( мәҫәлән, хәйриә ойошмалары) биргән дарыуҙы ла ҡуллана ала.  Һирәк осраған сирҙәрҙе дауалағанда был бик мөһим икән, район дауаханаларында  сит ил препаратттары булмауы ла мөмкин бит.  Бер генә теләк – хоҡуҡ йөкләмәгә әйләндерелеп ҡуймаһын! 90-сы йылдар һаман хәтерҙә бит:  үҙең менән дарыу килтерәң икән – дауаланылар, юҡ икән – элементар ярҙам сараларынан ары китә алманылар,  ауырыуҙар стационарға ятҡанда үҙҙәре менән сумка-сумка укол-фәлән йөрөттө.

Свердловск өлкәһе Илья Гафнер  нимә менән киң йәмәғәтселеккә билдәле? 2015 йыл, аҙыҡ-түлеккә хаҡ ҡырҡа күтәрелгәндә, “....аҡса юҡ икән,  ашауҙы кәметер кәрәк”, -тип аҡыл өйрәтә ине.  Тап ошо әфәнде быйыл биргән декларацияһында, 2020 йыл бер тин килем юҡ, тип күрһәткән, ти.  Фатиры ла 66,6 квадрат метрлыҡ ҡына икән. Ләкин йәлләргә ашыҡмағыҙ – бәлиғ булмаған балаларына 201,7 һәм 80 квадрат метрлыҡ фатирҙар теркәлгән, тип хәбәр ителә. 2019 йыл – 4 тин, 2020 йыл –бер тин дә килем алманым тип күрһәткән әҙәм үҙ кәңәшен үҙе тотоп, ас ултырмайҙыр күрәһең. Интернеттан табып фотоһын ҡараныҡ,  йәшләй сәсе ҡойолһа ла, тулы кәүҙәле, бер ҙә аслыҡтан шешенгәнгә оҡшамаған.

    Бер христиан ҡатыны ун алты йыл рәттән ураҙа (уларса – пост) тотҡан була. Әммә мәгәр, ошо ғибәҙәт ҡылған дәүерҙә, Омск ҡалаһы урамында Макдональдс рекламаһын күреп ҡала. Шул тиклем ылыҡтырғыс итеп  төшөрөлгөн ҡайнар бутерброд саҡырыуына ҡаршы торорға көс тапмай -  ресторанға инеп һыйлана.  Ә аҙағынан, иманыма  зыян килтерҙеләр тип,  ошо тиҙ туҡланыу системаһын судҡа биргән.  Ысынлап та рәнйегәндер,  компенсация күләмен исем өсөн генә ҡуя бит – 1 мең һум, ҡатын өсөн иң мөһиме – юлдан яҙҙырыусыға яза биреү. Тик бына Мәскәү патриархатында бик тә хаҡлы комментарий  бирҙеләр – бындай  проблемалар менән судҡа түгел, сиркәүгә килер кәрәк. Эйе, әҙәм балаһының тәҡдире шулдыр бит инде: яманды яҡшынан айырырға өйрәнеү, хәлдән килгәнсә  ҡаршы тороу, аҙҙырғыс-әүрәткес йоғонтолар юҡ икән, иманды ла нығытып булмайҙыр!

Ҡатын-ҡыҙҙар власть органдарында етерлек түгел, килемдәре түбән, тип  элек-электән даулашҡан була Франция сәйәсмәне Анн Идальго ханым. Парижға мэр итеп һайланғас, элекке инаныуҙарына хыянат итмәй. Тик бына Франция закондары буйынса  һәр учреждениела етксе вазифаларҙа  ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа кәмендә 40 процент булырға тейеш. Париж мэрияһында иһә иң юғары креслоларҙы  11 ханым һәм 5 уҙаман биләүен күрһәтә ошо арала үткән тикшереү.  Ай-вайына ҡуймайынса, 90 мең евро штраф кәтерелә, беҙҙең аҡсаға – 7,8 миллион һум.  Шулай инде, гендер тигеҙлек  ҡайғыртыла икән, ике яҡҡа ла мөнәсәбәт типә-тиң булырға тейеш.

Японияның Такасакияма ҡурсаулығында  Якей ҡушаматлы инә макака  677 йәнлектән торған өйөрҙөң баш маймылы булып алған, тип хәбәр ителә. Башта әсәһен дөмбәҫләп  ҡансайҙар араһында лидерлыҡ яулаһа, карьераға ынтылыш тынғы бирмәй – Санчу ҡушаматлы 31 йәшлек элекке өйөр башлығын еңеп,  “иркәк-альфа” дәрәжәһенә күтәрелгән.  Ғалимдар януар иреархияһын бик ябай билдәләй: сәтләүек бирәләр, кем беренсе ашай башлай – шул иң юғары түрә. Ни эшләйһең инде, кешеләр араһында ғына түгел, тереклек донъяһында ла матриархат хөкөм һөрә башланы.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас