+16 °С
Облачно


Өфө ҡотҡарыусылары физик мөмкинлеге сикләнгән ирҙе һыуҙан сығарған. 35 йәшлек ир туған кешеһе менән Нижегородка биҫтәһендәге пляжға ял итергә килә. Тайып китеп һыуға ҡолай, бата башлай. Яр буйында дежурлыҡ иткән ҡотҡарыусылар уны күреп ҡала һәм ярҙамға ташлана. Ирҙе ярға алып сығалар. Ә туған кеше был мәл яр буйында иҙерәп йоҡлай, фажиғәне күрмәй ҙә ҡала. Инвалид иргә табип ярҙамы талап ителмәй, бәләнән имен-аман ҡотола.