Яйыҡ
+24 °С
Облачно
Новости
10 Августа 2021, 05:14

Яңы китап сыҡты

"...Апай бик матур, олпат кәүҙәле, матур һынлы, бөхтә итеп кейенә, сәстәрен тигеҙ итеп тарап ҡуя. Зөмәрә апай беҙгә географиянан уҡыта башланы. Беренсе дәрестән үк беҙ апайға ғашиө булдыҡ, шикелле".

Яңы китап сыҡтыЯңы китап сыҡты
Яңы китап сыҡты

Филология фәндәре кандидаты  Рәүеф Шаһиевтың  быйыл ғына өс китабы, атап әйткәндә “Йөҙөҡ ҡашы Әсмә апай”, “Халыҡ улы Муса Мортазин”, “Зөмәрә апай балҡышы” хеҙмәттәре нәшер ителде. Дүртенсеһе лә (“Мәғариф йондоҙо”) үҙ сиратын көтә.

Үрҙә әйткән китаптар күренекле яҡташтарыбыҙ  Муса Мортазиндың – 130, Әсмә  Мөслимованың -115, Зөмәрә  Хисмәтуллинаның 90 йыллыҡтарына арналған. Әле лә яҡташыбыҙ 75 йәшкә етеп килеүенә ҡарамаҫтан,  бер ҙә ҡул ҡаушарып  иренеп ятмай – Муса Лут улына бағышланған энциклопедик хеҙмәткә тотонған.  Ҡаһарман тураһында, ғөмүмән,  хөрмәткә һәм хәтергә лайыҡ яҡташтарыбыҙ тураһында ни тиклем күберәк яҙыла, шул тиклем яҡшыраҡ инде:  оло быуын иҫендә тотҡан хәтирәләр, шәхси архивтарҙа ятҡан тарихи документтар  тап әлеге көндә  ташҡа баҫылып ҡалмай икән, киләсәктә эҙһеҙ ғәйеп буласаҡтар бит!

Рәүеф  Вәли улының ошондай тынғыһыҙ эшмәкәрлегенә һәм маһирлығына иҫ китерлек! Бының өсөн, һәләт һәм ныҡышмалыҡтан тыш,  атайсалыбыҙҙың ысын патриоты булыу талап ителә инде.

РСФСР, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы З.В.Хисмәтуллинаға бағышланған йыйынтыҡтан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ:

“...Зөмәрә Вәли ҡыҙы 1930 йылдың 21 июлендә Учалы районының Учалы ауылында тыуған. 1948 йылда Учалы урта мәктәбен,  ә Фирғәнә педагогия институның география факультетын 1952 йылда тамамлай, шул уҡ йылда Үзбәкстандың Ҡурған-Түбә урта мәктәбенә эшкә урынлаша. Тыуған яғына ҡайтып 1956 йылда  Мулдаҡай урта мәктәбендә, 1957 йылдан Учалы мәғариф бүлегендә  өлкән инспектор вазифаһында ,  һуңынан  Килмәк мәктәбендә хеҙмәт итә.  1964-1966 йылдарҙа  Наурыҙ мәктәбендә уҡытты. Һуңынан Өфөгә күсеп, 57-се мәктәптә уҡыта. 1976-2002 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатта тырышып эшләй.

...80-се йылдар башынан Зөмәрә Вәли ҡыҙы етәкселегендәге эҙәрмәндәр башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев хаҡында тарихи документттар, материалдар йыйыу эшен бик әүҙем алып баралар. 1982 йыл  С.Юлаевтың егерме йыл Рогервик крепосында ултырған Паладиски ҡалаһында булдылар. Зөмәрә Вәлиевнаның инициативаһында был ҡалала Салауат Юлаев музейы асылып, уның фондына 200-ҙән ашыу экспонат, башҡорт рәссамдарының ижад иткән картиналары бүләк ителде Скульптор Л.П.Нечаева ҡойған С.Юлаевтың бюст-һәйкәле әҙерләнде. Был үтә лә изге, яуаплы эштәрҙең башында яҡташыбыҙ торҙо!

...Гимназияның 1977 йылда ойошторолған этнографик музейы Өфөлә генә түгел, Башҡортостан, уның сиктәрендә лә халҡыбыҙҙың  милли ғорурлығына әйләнде. Ватандаштарҙан тыш, Япония, Америка, Голландия, Болгария, башҡа ил ҡунаҡтары  халҡыбыҙҙың тормош-көнкүреше хаҡында мәғлүмәт ала, оло рәхмәтттәрен белдерәләр. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ошолай яҙған: “Музейҙы ҡарап сығыу һәм ундағы күргәндәр мине бик тетрәндерҙе. Уны ойоштороусыларға рәхмәтемде белдерәм. Был милли мәҙәниәтебеҙ сығанаҡтарына һөйөү тойғоларының сағыу балҡышы”.  1987 йылда музейға БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан “Халыҡ музейы” исеме бирелһә, 1990 йылдан ул “Рәсәй мәктәптәренең өлгөлө музейы” тип аталды. Экспонаттары Татарстан, Сыуашстан, Мәскәү, Санкт-Петербург музейҙарында күрһәтелде.

...Апай бик матур, олпат кәүҙәле, матур һынлы, бөхтә итеп кейенә, сәстәрен тигеҙ итеп тарап ҡуя. Зөмәрә апай беҙгә географиянан уҡыта башланы. Беренсе дәрестән үк беҙ апайға ғашиө булдыҡ, шикелле. География дәрестәре шул тиклем ҡыҙыҡ, күңелле үтә ине, сөнки бөтәбеҙ ҙә бер заман  география менән ҡыҙыҡһына башланыҡ. “3”кә уҡыған малайҙарыбыҙ ҙа “4”-кә, “5”-кә өлгәшә башланылар. 45 минуттың нисек үтеп киткәнен дә һиҙмәй  торғайныҡ.

...Беҙ уның дәрестәренә бик ентекле әҙерләндек, сөнки тырышып уҡығандарға айырым стимул бар: йәйге каникулдар башланыу менән  йыйылма команда туплап, походҡа алып сыға. Был сәфәрҙәр ғәҙәттә Башҡортостан менән генә сикләнмәй, йәш туристарҙы  Рәсәйҙең башҡорттар йәшәгән башҡа төбәктәренә лә  алып барҙы.

...Ысын уҡытыусының бала йөрәгенә һалған изгелек орлоғо бер ваҡытта ла юғалмай, онолмай икән. Хәҙер инде үҙебеҙ олатай-өләсәй булһаҡ та, Зөмәрә Хисмәтуллинаны бер ҙә онотоп булмай, һәр саҡ тик яҡшы яҡтары менән иҫкә төшә”.

 Автор, ”Зөмәрә апай балҡышы” китабын нәшер итеүҙә матди ярҙам  ойошторған күренекле шағирә, халҡыбыҙҙың илһөйәр ҡыҙы Зөлфиә Миндибай ҡыҙы Ханнановаға айырыуса оло рәхмәт, тип тә белдерҙе.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас