Яйыҡ
+21 °С
Облачно
Новости
12 Августа 2021, 10:54

Беҙ һине онотманыҡ, Ришат...

Бөгөн "Курск" субмаринаһы һәләк булыуҙың 21 йыллығы.

Беҙ һине онотманыҡ, Ришат...Беҙ һине онотманыҡ, Ришат...
Беҙ һине онотманыҡ, Ришат...

Бөгөн "Курск" субмаринаһы һәләк булыуҙың 21 йыллығы. 2000 йылдың 12 авгусында илебеҙҙә иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе була. Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендә хәрби күнекмәләр барышында  «Курск» субмаринаһы 108  метр тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Улар араһында - яҡташыбыҙ Ришат Зөбәйҙуллиндың йәне ҡыйыла. Ришат Рәшит улы Межозерный ҡасабаһында үҫһә лә, бөтә зат-зәүере Учалыла. Олатаһы Әхәт Камалетдин улы Ширғәлин БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры ине, бар ғүмере Урал ауылында үтте. Ейәне лә 21 йәшендә генә орденға лайыҡ була - Ҡаһарманлыҡ ордены һәм Нахимов миҙалы хәрби хеҙмәт үткәндә башын һалған егеттең туғандарына тапшырыла. Йәнең йәннәттә булһын, Ришат ҡусты!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас