

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә. Сираттағы еңеүсе менән таныштырабыҙ – Амангилде ауылынан Мәүлиә Йомабаева. Отош – үтек, һәр кемгә кәрәкле прибор.
Мәүлиә Рамаҙан ҡыҙы тормош иптәше Ғамир Ғайса улы менән 46 йыл бергә, сығыштары менән Рафиҡ ауылынан. Оҙаҡ йылдар Межозерный ҡасабаһында йәшәһәләр, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған районға кире ҡайталар. Хәҙер инде ун йыл Амангилделә ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп матур көн итәләр. Улдары Дамир, Марат, Рәис күптән башлы-күҙле булғандар, килендәр, 5 ейән, 3 ейәнсәр менән ҡунаҡҡа килеп һөйөндөрәләр ата-әсәһен.
-Ситтә йәшәгәндә лә башҡорт баҫмаларын уҡып торҙом, әсәйем мин килеүгә ҡосаҡ-ҡосаҡ йыйып ҡуя торғайны. Хәҙер ни, Учалыға ҡайтҡас, “Яйыҡ” тан бер ҙә өҙөлгән юҡ. Почтальоныбыҙ Гөлфиә туғанға рәхмәт, ваҡытында килтереп тора. Айырыуса кеше яҙмыштары тураһында хикәйәләр уҡырға яратам, - тип алсаҡ йылмайып хәбәр итте Мәүлиә ханым.