

Учалы ҡалаһынан 31 йәшлек ҡатын интернет аша 28 йәшлек ир менән танышҡан була. Бер-беренә оҡшайҙар, “кейәү” ике көнгә ҡунаҡҡа килә. Һәм һуңынан кинәт юҡ була. Үҙе генә түгел, ҡатындың алтын биҙәүестәре, телефон һәм планшеты ла ғәйеп булалар.
Эске эштәр министрлығы хәбәр итте -Учалы полицейҙары Магнитогорск ҡалаһынан коллегалар менән “кейәү”ҙе Сибайҙа тоталар. Урланған әйберҙәрҙе 60 мең һумға ломбардҡа тапшырыуы ғына етмәгән, өҫтәүенә өйләнгән кеше икәнлеге лә асыҡланды. Уғрылыҡ статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды