Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
13 Августа 2021, 04:51

Параскаведекатриафобияға бирелмәгеҙ!

Йома, 13-ө бөгөн:)

Параскаведекатриафобияға бирелмәгеҙ!Параскаведекатриафобияға бирелмәгеҙ!
Параскаведекатриафобияға бирелмәгеҙ!

Тел һындырырлыҡ  параскаведекатриафобия тигәнде ишеткән дә юҡ ине, әммә  ошолай аталған хөрәфәткә бирелеүселәр күп. Айҙың 13-сө көнөнә йома тура килһә, бәғзе кешеләр ҡурҡа торған, йәнәһе лә, бәлә-ҡазалар күберәк төшә торған көн. 

Үҙен момолман тигәндәргә был һис тә ҡағылмай! Киреһенсә. Белеп ҡуйығыҙ: ғәрәпсә «йома-джум’а» — «йыйылыу», «мәжлес» мәғәнәһен аңлата һәм шул көнө ҡылынған йома намаҙына  ишаралай. 

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә: «Йома — Аллаһ алдындағы иң төп һәм иң бөйөк көн, хатта Ҡорбан һәм Ураҙа байрамдарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк, — тип әйткән. — Уның биш үҙенсәлеге бар: был көндө Әҙәм ғәләйһис-сәләм донъяға яралтыла, йома көндә Аллаһы Тәғәлә уны йәшәргә ергә ебәрә. Әҙәмдең вафат булған көнө лә — йома. Йоманың бер сәғәте бар: шул мәлдә Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһы Унан ни һораһа ла бирә, әгәр кеше хәрәм (тыйылған) нәмә һорамаһа. Аллаһ әмере менән Ахырызаман да йома көндө буласаҡ. Йома көндән ҡурҡмаған бер фәрештә лә, ер ҙә, елдәр, тауҙар һәм диңгеҙҙәр ҙә юҡ».

Йома көн юлға сығыр­ға, йәиһә, бер ниндәй ҙә эш эшләргә ярамай тигән һымағыраҡ тыйыуҙар ҙа һаҡланып килә. Был тыйыу тотош йома көнөнә түгел, ә йома намаҙы (төш мәле) ваҡытына ғына ҡағылышлы һәм уны нин­дәй­ҙер берәй хөрәфәт менән бәйләмәй.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас