Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
16 Августа 2021, 09:35

Ишек аҫтында ҡалған

Башҡортостанда 16 йәшлек үҫмер тимер ишек аҫтында ҡалып һәләк булған.

Ишек аҫтында ҡалғанИшек аҫтында ҡалған
Ишек аҫтында ҡалған

Башҡортостанда 16 йәшлек үҫмер тимер ишек аҫтында ҡалып һәләк булған. Фажиғә Салауат районында теркәлә. Үҫмер күмер цехында ваҡытлыса эшләп йөрөгән була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ул биналағы ауыр тимер ишекте ябырға уйлай, ишек ырғаҡтарынан ысҡынып өҙөлөп китеп баланың өҫтөнә ауа һәм баҫа. Ваҡиға буйынса тикшереү бара.  

Автор:Алия Даутова
Читайте нас