

Башҡортостанда әлеге көндә 3 мең тирәһе гектар урман яна. Үкенес, был шомло статистикаға беҙ ҙә өлөш индерәбеҙ – үткән ял көндәрендә Уральск участка лесничествоһында (Муса ауылынан биш саҡрымда) урман яна башлай.
Учалы лесничествоһы буйынса бүлек етәксеһе Айбулат Байғарин беҙгә дүшәмбе, 14.12 сәғәттә һуңғы яңылыҡты хәбәр итте – янғын 46,9 гектарҙа локализацияланған. Йәғни, ут артабан таралыу сикләнгән, әммә тамам һүндерелеү тураһында әлегә һүҙ юҡ. Күп көс йәлеп итергә тура килә – тирә-йүн дары һымаҡ бит, шартлап янырға ғына тора. Әлегә сәбәбе, әлбиттә, аныҡланмаған, әммә бәлә таралыу үҙәгендә квадроцикл эҙҙәре абайлана, ти.... Әлеге лә баяғы кеше факторы, кеше ғәйебе булыуы бик тә ихтимал.
15 август Бөйҙөнән биш саҡрымлап ситтә 20-30 гектар сабынлыҡ, бесән яна. Ярай ҙа урманға таралыуға юл ҡуйылмай. Бесәнселәр, зинһар, уяу булығыҙ – сапҡыстан сыҡҡан осҡон да, йүнләп һүндерелмәй ырғытылған тәмәке төпсөгө лә оло бәләгә килтереүсән.
Йыл башынан районыбыҙҙа 47 урман янғыны теркәлде, майҙаны – биш йөҙ гектарҙан ашыу.