

Бөгөн, 17 июль, 13.00 сәғәт тирәләрендә 53 йәшлек урындағы кеше Ишкен ауылы янында "Datsun on-DO" автомобилендә юлдан осоп төшә һәм түңкәрелә. Водитель Учалы үҙәк ҡала дауаханаһына килтерелә, тип хәбәр итте ЮХХДИ инспекторы Гөлнара Ғүмәрова.
Алкотестер алкоголь эскән икәнлеген күрһәткән, ти - 0,960 мг/л. Әммә мәгәр водитель был күрһәткес менән килешмәй, шуға ла уға медицина тикшереүе үтергә тәҡдим ителә. Водитель баш тарта.
Шуға ла РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.26-сы статьяһы буйынса ( вәкәләтле вазифалы кешенең медицина тикшереүе үтеү тураһында талабын транспорт водителе үтәмәү) яуаплылыҡҡа тарттырыла – 30 мең һум штраф, 1,5-2 йылға транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеү.