

Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативының 58 йәшлек көтөүсеһен үгеҙ һөҙгән.
Хәл июнь аҙағында була. Көтөүселәр ғәҙәттә малдарын ат менән көткән, был юлы иһә тау битләүе текә булыу арҡаһында, көтөүсе мопед менән килгән. Малдарын һыу эсергә төшөргәндә, сыбыртҡы менән ҡыуалап барғанда, кинәт нәҫел үгеҙе боролоп көтөүсегә ташлана. Ирҙең сыбыртҡы менән һелтәнеүенән дә ҡурҡмай хайуан. Ярай ҙа иптәше килеп сыға, үгеҙҙе ҡурҡытып, ҡыуалап ебәрә. Ҡабырғалары һынған ирҙе Стәрлетамаҡ дауаханаһына ебәрәләр.
Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белгестәре көтөү көткәндә хеҙмәт дисциплинаһы һәм эш процесын ойоштороу тәртибе боҙолған тигән һығымтаға килгән. Эш биреүсегә штраф һалынған.