Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
18 Августа 2021, 09:32

Үгеҙ көтөүсене имгәткән

Һыбай йөрөргә тейеш булған, ти

Үгеҙ көтөүсене имгәткәнҮгеҙ көтөүсене имгәткән
Үгеҙ көтөүсене имгәткән

Үгеҙ көтөүсене һөҙөп имгәтеү осрағын БР Хеҙмәт инспекцияһы тикшерҙе.

Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативының 58 йәшлек хеҙмәткәре көтөү көтөп йөрөгән. Республика Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәҙәттә көтөүселәр ат менән йөрөй, ләкин тау битләүе текә булғас, был юлы  мопедҡа ултырған.

«Улар малдарҙы һыулауға йәйәү төшөргән. Кире менгәндә көтөүлеккә теләр-теләмәҫ кенә китеп барған малдарҙы сыбыртҡыларға тура килгән — ниндәйҙәр мәлдә нәҫел үгеҙе ҡапыл боролған да малсыға ташланған. Ир уны сыбыртҡыһы менән ҡурҡыта алмаған, сөнки уның махсус таяғы булмаған», —  тип белдерәләр ведомствола.

Үгеҙҙе көтөүсенең иптәше ҡурҡытҡан. Бер нисә ҡабырғаһы һынған ир Стәрлетамаҡ дауаханаһына оҙатылған.

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белгестәре көтөү көткәндә хеҙмәт дисциплинаһы һәм эш процесын ойоштороу тәртибе боҙолған тигән һығымтаға килгән. Эш биреүсегә штраф һалынған.

Мәғлүмәт сығанағы -https://git03.rostrud.gov.ru/news/995683.html

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас