Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
18 Августа 2021, 04:15

Табип булып эшләгән

Баланы үлтереүҙә ғәйепләнгән 29 йәшлек Алиса Ҡырғыҙ-Миәкәнән килгән, декрет ялына хәтлем терапевт булып эшләгән.

Табип булып эшләгәнТабип булып эшләгән
Табип булып эшләгән

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бала табыу йортонда сабыйҙың үлем осрағы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙеләр

Кисә Стәрлетамаҡтың 1-се бала табыу йортонда 29 йәшлек ҡатын палаталағы күршеһенең сабыйын дауахананың 3-сө ҡаттағы тәҙрәһенән ырғытҡан. Бала алған йәрәхәттәренән вафат булған.

Баланы үлтереүҙә ғәйепләнгән 29 йәшлек Алиса Ҡырғыҙ-Миәкәнән килгән, декрет ялына хәтлем терапевт булып эшләгән. Йөклөлөк буйынса отпуск ваҡытында ата-әсәһе уның психик яҡтан тотороҡһоҙ булыуын һиҙеп ҡалған. Бала тапҡанға тиклем ул «депрессия» диагнозы менән психоневрология диспансерында күҙәтеүҙә булған. Ҡәнәғәтләнерлек хәлдә өйөнә ҡайтарылған, тирә-йүндәгеләргә хәүеф менән янамай.

Ике пациент та 16 августа иртән Стәрлетамаҡтың 1-се клиник дауаханаһына килтерелгән.

«Ике сәғәт айырма менән ике пациентҡа ла операция яһалған, улар реанимация бүлегенең дөйөм палатаһына күсерелгән. Киске сәғәт 6-сы 30 минут тирәһендә сабыйҙарҙы имеҙергә килтерә башлағандар. Тәүҙә Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың балаһын индергәндәр, Алисаның балаһын алырға киткәс, ул ҡапыл торған да күршеһенең яңы тыуған сабыйын тәҙрәнән ташлаған. Бала алған йәрәхәттәренән йән биргән», — тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Алисаның үҙенең балаһы унан айырым урынлаштырылған.

Башҡортостан яңылыҡтары

Автор:Алия Даутова
Читайте нас