Яйыҡ
+16 °С
Ясно
Новости
19 Августа 2021, 10:45

"Ирәмәл" йәнә асылды

Усаҡ яғыу, тәмәке тартыу, сигнал ракеталарын файҙаланыу һәм янғын хәүефен арттырған башҡа ғәмәлдәр, шулай уҡ тәбиғәт парктары биләмәһендә ҡуныу тыйыла

"Ирәмәл" йәнә асылды"Ирәмәл" йәнә асылды
"Ирәмәл" йәнә асылды

Был хаҡта "Башинформ" белдерҙе: 

Башҡортостанда туристар төркөмө менән «Ирәмәл» һәм «Еҙем» тәбиғәт парктарына барырға рөхсәт ителде.

Был турала Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Бынан алда аномаль эҫелек һәм урмандарҙа янғын сығыу хәүефе артыуына бәйле парктар ябылғайны.

«Туристик миҙгелдең ҡыҙған осорон һәм туристик ойошмаларҙан бик күп мөрәжәғәттәр килеүен иҫәпкә алып, үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ун кешенән артмаған төркөмдәргә «Ирәмәл» һәм «Еҙем» тәбиғәт парктарына инергә рөхсәт ителә. Янғынға ҡаршы сараларҙы үтәү тәртибе тураһында инструктаж үткәреү мотлаҡ. Туристик фирмаларға парктарға инеү өсөн рөхсәт алырға һәм ведомствоға төркөм ағазалары, улар хаҡында мәғлүмәт тапшырырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, усаҡ яғыу, тәмәке тартыу, сигнал ракеталарын файҙаланыу һәм янғын хәүефен арттырған башҡа ғәмәлдәр, шулай уҡ тәбиғәт парктары биләмәһендә ҡуныу тыйыла», — тине Башҡортостандың Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Салауат Нафиҡов.

 

  https://www.bashinform.ru/news/1631801-v-bashkirii-razreshili-poseshchat-prirodnye-parki-iremel-i-zilim-v-sostave-turgrupp/

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас