Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
19 Августа 2021, 03:35

Күренекле яҡташыбыҙҙың тыуған көнө бөгөн

Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы

Күренекле яҡташыбыҙҙың тыуған көнө бөгөнКүренекле яҡташыбыҙҙың тыуған көнө бөгөн
Күренекле яҡташыбыҙҙың тыуған көнө бөгөн

Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19 август 1973 йыл) — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫарыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе (2019).

Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында 1973 йылдың 19 авгусында күп балалы ғаиләлә тәүге бала була. Әсәһе — уҡытыусы, атаһы — токарь, район гәзитенең эшсе хәбәрсеһе.

1992 йылда Белорет педагогия училищеһын, унан һуң, 1998 йылдаБашҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. 1995 йылда БДУ-ла уҡып йөрөгән ваҡытында уҡ «Ленинец» гәзитендә эшләй башлай.

19972004 йылдарҙа «Даирә» ижад берекмәһенең хәбәрсеһе, комментаторы, етәксеһе. «Башҡортостан» ДТРК һәм «Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалының «ВГТРК Корпункты» сәйәси күҙәтеүсеһе. телевидениела эшләгән осорогда «Парламентский вестник», «Неслучайные люди», «Телецентр», «Разговор с властью», «Человек науки» һәм башҡа тапшырыуҙар әҙерләй.

20042010 йылдарҙа — «Юлдаш» республика мәғлүмәт-музыка радиоканалының баш мөхәррире.

2010—2013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан» телестудияһының баш мөхәррире.

Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының «Рус теле һәм сағыштырма филология» кафедраһында уҡыта.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 2019 йылдың 28 июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе итеп һайлана[3].
  • 2013 йылда Эльвира Айытҡолова Башҡортостан Республикаһының V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты ағзаһы була. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы.
  • Дөйөм Рәсәй «Рәсәй өсөн» Халыҡ фронты йәмәғәт хәрәкәтенең Үҙәк штабы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы төбәк штабы рәйестәше.
  • «Кесе Тыуған ил мәҙәниәте» проекты координаторы
  • Д. А. Медведевтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе
  •  

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Оло ҡыҙы табип-педиатр һәм балалар хирургы булып эшләй, бәләкәй сағынан уҡ «Тамыр» балаларүүҫмерҙәр телеканалы тапшырыуҙарында ҡатнаша, «Мисс БДМУ 2016» конкурсы еңеүсеһе. Бәләкәй ҡыҙы — мәктәп уҡыусыһы, өҫтәмә рәүештә сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә.

 Мәғлүмәттәр Башҡорт Википедияһынан.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас