Яйыҡ
+17 °С
Дождь
Новости
19 Августа 2021, 10:35

"Әлегәсә бер ҙә отҡан юҡ ине, ә “Яйыҡ”ты бик күптән алдырабыҙ"

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә. Сираттағы еңеүсе менән таныштырабыҙ  – Мәҫкәү  ауылынан  Клара Йәнтүрина.

"Әлегәсә бер ҙә отҡан юҡ ине, ә “Яйыҡ”ты бик күптән алдырабыҙ""Әлегәсә бер ҙә отҡан юҡ ине, ә “Яйыҡ”ты бик күптән алдырабыҙ"
"Әлегәсә бер ҙә отҡан юҡ ине, ә “Яйыҡ”ты бик күптән алдырабыҙ"

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә. Сираттағы еңеүсе менән таныштырабыҙ  – Мәҫкәү  ауылынан  Клара Йәнтүрина. Отош – электр плиткаһы.

Клара Талха ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләне, әле – йорт хужабикәһе. Марсель Ҡадир улы менән ике бала үҫтерҙеләр: кесе улдары Илнар  Магнитогорск университетында уҡыһа, Динарҙары хәҙер ғаиләле, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә.

 -Әлегәсә бер ҙә отҡан юҡ ине, ә “Яйыҡ”ты бик күптән алдырабыҙ, -ти әңгәмәсебеҙ.  Башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер – заманында гәзитебеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барған ауыл хәбәрсеһе Ҡадир ағай Ғайсиндың килене бит. Бәләкәй генә бүләгебеҙ менән ҡыуаныс-шатлыҡта оҙаҡ файҙаланырға яҙһын!

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас