Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
19 Августа 2021, 09:23

Учалыға килеп бурға аҡса күсерә

Күршебикә ҡалабыҙҙа 157 меңдән тороп ҡалды

Учалыға килеп бурға аҡса күсерәУчалыға килеп бурға аҡса күсерә
Учалыға килеп бурға аҡса күсерә

Күрше өлкәнең Петропавловка ауылында көн күргән ханым бәләгә ҡала. Ҡәҙимге, бурҙар тарафынан тапалып бөткән ҡалып һаман да уңышлы эшләй.....

Башта уға билдәһеҙ ҡатын шылтырата.  Үҙен “Сбербанк” хеҙмәткәре тип таныштыра, аҡсағыҙҙы кемдер урлап маташа, тип ҡурҡыта. Һәм ҡотолоу юлын өйрәтә: бәтә банк карталарынан аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндерергә,  Учалыға килергә һәм банкомат аша  үҙе әйткән счеттарға күсерергә.  Саҡ ҡына уйлап ҡарағанда, счеттағы аҡсаһы ҡулына  эләккәс,  урлауҙан ҡурҡа икән, ниңә генә үҙендә алып ҡалмағандыр инде....  Мутлашыусылар арбау көсөнә  эйәлер!  Аҡсаһын күрәләтә урлатыу өсөн ҡайҙалыр барырға мәжбүр итеүҙәре мыҫҡыллауға тиң булып күренде беҙгә!

 Нисек кенә булмаһын, бахыр ҡатын Учалыға килә, “Магнит” магазинындағы терминал аша  бурҙарға 157 мең һум аҡсаһын тоттора. Енәйәт эше ҡуҙғатыла, әммә бурҙарҙың тотолоуы бик тә икеле.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас