Яйыҡ
+28 °С
Болотло
Новости
20 Август 2021, 10:25

"Башҡортса аджика"

Һарымһаҡтың орлоҡтарынан тәмләткес эшләнегеҙме әле, әхирәттәр? Теге, ней, "Башҡортса аджиканы" әйтәм.Бөгөн ҡышҡылыҡҡа тип һарымһаҡтың һабағындағы орлоғонан йәшел тәмләткес әҙерләнем әле. Хәйер, ҡышҡылыҡҡа тигәнем көҙгә тиклем етһә яраған. Һуң, тәмле бит, тиҙ ашалып бөтә. Ашҡа һалып та, иткә ҡушып та, икмәккә һылап та ашарға була. Аппетитты ла күтәреп ебәрә. Төҫкә лә матур, йәмле генә, йәшел генә. Әҙерләүе лә еп-еңел, ваҡытты күп талап итмәй.

"Башҡортса аджика""Башҡортса аджика"
"Башҡортса аджика"

Һарымһаҡтың орлоҡтарынан тәмләткес эшләнегеҙме әле, әхирәттәр? Теге, ней, "Башҡортса аджиканы" әйтәм.
🎀🎀🎀
Бөгөн ҡышҡылыҡҡа тип һарымһаҡтың һабағындағы орлоғонан йәшел тәмләткес әҙерләнем әле. Хәйер, ҡышҡылыҡҡа тигәнем көҙгә тиклем етһә яраған. Һуң, тәмле бит, тиҙ ашалып бөтә. Ашҡа һалып та, иткә ҡушып та, икмәккә һылап та ашарға була. Аппетитты ла күтәреп ебәрә. Төҫкә лә матур, йәмле генә, йәшел генә. Әҙерләүе лә еп-еңел, ваҡытты күп талап итмәй.
Шулай итеп, һарымһаҡ орлоғон, кишер, укропты ит турағыстан үткәрҙем дә, әсемәһен өсөн күп итеп тоҙ ҡуштым. Бәләкәй банкаларға тултырғас, берешәр ҡалаҡ көнб.майы өҫтәп сыҡтым. Бындай тәмләткесте мотлаҡ һыуытҡыста һаҡлар кәрәк.
Ашығыҙ тәмле булһын, дуҫтарым!!!
🌟Гөлназ Ишемғолова

Автор:Вилия Янбаева
Читайте нас